+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 15:45

Беҙҙә авария хәлендәге ФАПтар булмаясаҡ!

Быйыл республикала авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һәм ауыл табип амбулаторияларын яңыларына алмаштырыу буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ.

Быйыл республикала авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һәм ауыл табип амбулаторияларын яңыларына алмаштырыу буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының маҡсаты – 2024 йылға ауылда йәшәүселәрҙең медицина ярҙамынан файҙаланыуын ҡырҡа яҡшыртыу.
Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 269 миллион һум аҡса бүленгән, бөгөн алтмыш модулле ФАП алынған. Өсәүһе өҫтәмә рәүештә, экономияланған аҡса иҫәбенә. 15 ФАП республика бюджеты иҫәбенән алынасаҡ. Бөтә медицина учреждениелары йыһаздар һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, былтырҙан алып республика бюджеты иҫәбенә 13 капиталь фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү бара.
Быйыл Шишмә районында авария хәлендәге ете ФАПтың һәм бер табиплыҡ амбулаторияһының алмаштырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Әле дүрт ауылда модулле конструкциялар йыйыла.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: