+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2020, 13:40

Июнь айында тағы ла бер ял көнө була

Еңеү парадын уҙғарыу көнөн ял тип иғлан иттеләр.

Президент Владимир Путин 24 июнде ял көнө тип иғлан итте, тип белдерҙеләр Кремлдең матбуғат хеҙмәтендә. Еңеү парадын үткәреү ошо көнгә тәғәйенләнгән.
Президент указында билдәләнеүенсә, иртәнге сәғәт 10-да (Мәскәү ваҡыты) Ҡыҙыл майҙанда һәм илдең башҡа ҡалаларында Еңеү байрағы аҫтында хәрби техника ҡатнашлығында хәрби парад уҙғарыла.
Киске сәғәт 10-да Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан артиллерия салюты була.
Президент Оборона министрлығына төбәк башлыҡтары менән берлектә парад һәм салют ойоштороу урындарын билдәләргә һәм уларға әҙерлекте тәьмин итергә ҡушты.
24 июнь шаршамбыға тура килә. Был көн эш хаҡы һаҡланған ял көнө була.
Фото: Тимур Кәримов, Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы
Читайте нас: