Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 80 яңы осрағы теркәлгән.
30 майға стопкоронавирус.рф сайтындағы мәғлүмәтенә ҡарағанды Башҡортостанда 3185 кеше COVID19 вирусы инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Шуларҙын 1028 кеше һауыҡҡан, 18 вафат.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 8952 яңы коронавирус осрағы раҫланған, 181 үлем теркәлгән, ә 8212 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда Рәсәйҙә 396575 кеше коронавирус йоҡторған.
фото: стокоронавирус.рф сайтынан скрин