+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 15:16

Балаларҙы яҡлау көнөнә - бик шәп бүләк!

Бөгөн 1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөндә теләгән һәр кем "Рәсәй почтаһы" үткәргән "Изгелек ағасы" акцияһы сиктәрендә ҙур ташлама менән яҙылып, балаларға файҙалы баҫма бүләк итә ала. Шулай уҡ "Аманат"ҡа яҙылыу хаҡы йәнә төштө! Тулыраҡ - сайтта.

Бөгөн 1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөндә теләгән һәр кем "Рәсәй почтаһы" үткәргән "Изгелек ағасы" акцияһында ҡатнашып, ҙур ташлама менән яҙылып, балаларға файҙалы баҫма бүләк итә ала. Гәзит-журналға арзан хаҡҡа яҙылыу бөгөнгө көн менән генә сикләнмәй, 11 июнгә тиклем 30% тиклем ташлама менән яратҡан баҫмаға яҙылырға мөмкин буласаҡ.
"Изгелек ағасы" акцияһы сиктәрендә балалар йорттарында, приюттарҙа тәрбиәләнеүселәргә лә https://podpiska.pochta.ru/derevo-dobra һылтанмаһы аша инеп, каталогтағы теләгән баҫмаға яҙылып, бүләк итергә мөмкин. Акцияла ойошмалар һәм компаниялар ҙа ҡатнаша ала.
Әйтеп үтеүебеҙсә, 1 июндән 11 июнгә тиклем яҙылыу декадаһы бара. "Аманат" журналын ошо ваҡыт эсендә 350 һум да 28 тин урынына 309 һум да 60 тингә яҙҙырып алдырырға мөмкин. Өйҙән сыҡмай ғына https://podpiska.pochta.ru/press/П2706 һылтанмаһы аша инеп, яҙылырға була.
Журналға онлайн яҙылғанда квитанцияның скриншотын һаҡлап ҡалдыырға онотмағыҙ, уны, купон менән бергә, беҙҙең ӨБәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙгә ебәреп, "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашырға була. Ҡиммәтле бүләктәр – электрон китап, акустик система, мобиль аккумулятор, һауыт-һаба йыйылмаһы һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре, шулай уҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге үҫмерҙәр өсөн бик фәһемле “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана), волейбол, футбол туптары һәм шахмат-шашка уйындары йыйылмаһы һеҙҙе көтә!
Читайте нас: