Республикала бөтәһе 3337 кешелә Covid-19 вирусы раҫланған. Тәүлек эсендә 77 кешелә табылған, тип хәбәр итә стопкоронавирус.рф порталы. 18 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, сирлеләрҙең күбеһенә 50 йәш тә тулмаған: пациенттарҙың өстән бер өлөшө 50-60 йәшлек, 22% - 60 йәште үткәндәр.
Әлеге ваҡытта стационарҙа 958 сирле ята, амбулатор режимда 1223 кеше дауалана. Обсервацияла - 600 кеше.
Аҙаҡҡы тәүлектә 16 кеше һауыҡҡан.