+18 °С
Дождь
Яңылыҡтар
1 Июня 2020, 09:20

Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров айырым хәтер көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Быйыл был дата июндең тәүге шәмбеһенә тура килә.

6 июндә - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөндә зыяратҡа барып, туғандарҙы һәм яҡындарҙы иҫкә алырға, ҡәберлектәрҙе ипкә килтерергә мөмкин. Әлбиттә башҡа ваҡытта ла быны эшләргә ярай, ә хөкүмәт указ менән билдәләнгән көндә урындағы власть органдары халыҡҡа уңайлы инфраструктура булдыра, йәғни зыяраттарға маршруттар, дежурлыҡ билдәләй, бөтә конфессия вәкилдәренең эшен ойоштора.
Фото: Нәзир Сабитов
Читайте нас