+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 14:34

БДИ тапшырыуҙан баш тартҡандар

Баш ҡалала 200-ҙән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын яҙыуҙан баш тартҡан. Был турала бөгөн мэрияның оператив кәңәшмәһендә мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.

Өфө мәктәптәрендә белем алыусы 5205 11-се синыф уҡыусыһының 4946-һы быйыл БДИ тапшырыу өсөн дәүләт аттестацияһы буйынса регистрация базаһында теркәлгән. Әммә 259 үҫмер - был дөйөм һаның 5% тәшкил итә - БДИ тапшырыуҙан баш тартҡан. Улар артабан уҡыуын урта профессиональ белем биреү учреждениеларында, сит илдәрҙә дауам итергә теләй.
Баш ҡалала йәмғеһе 10320 бала быйыл 9-сы синыфты тамамлай. Шуларҙың яртыһы - 5221-е 10-сы синыфҡа барасаҡ, ә 5099-ы урта профессиональ белем биреү ойошмаларына документтарын бирергә уйлай.
Башҡортостанда бөтәһе 18265 11-се синыф уҡыусыһы иҫәпләнә. Шуларҙың 17156-һы БДИ тапшыра, ә ҡалған 1109 бала әле һаман аныҡ ҡына ҡарарға килмәгән.
Читайте нас: