-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 14:52

"Аманат"ҡа арзан хаҡ менән яҙылып өлгөрөгөҙ

1 июндән 10 июлгә тиклем баҫма матбуғатҡа ташламалы яҙылыу осоро бара. Яратҡан журналыбыҙҙы декада мәлендә яҙҙырып ҡалһағыҙ, оторһоғоҙ: 350 һум да 28 тин урынына ни бары 309 һум да 60 тингә генә ярты йыл буйы "Аманат"лы" булыу бәхетенә ирешерһегеҙ!

Журналға Башҡортостандың бөтөн почта бүлексәләрендә, шулай уҡ "Рәсәй почтаһы" сайтында ошо һылтанма аша инеп - https://podpiska.pochta.ru/press/П2706, өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. 20 июндә 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы туҡтатыла, өлгөрөп ҡалырға тырышығыҙ!
Кем дә кем "Аманат"ҡа яҙылған, шулар араһында йылдағыса "Яҙыл да бүләк от!" уйынын уйнатабыҙ. Унда ҡатнашыу өсөн беҙгә яҙылыу квитанцияһын һәм журналдағы купонды тултырып ебәреп, электрон китап, акустик система, мобиль аккумулятор кеүек башҡа ҡиммәтле бүләктәргә эйә булыу бәхетен һынап ҡарай алаһығыҙ.
Журналдың индексы: П2706.
Әйткәндәй, Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы халҡы "Аманат" журналына яҙылыу буйынса акцияға теләп ҡатнаша. Фотолағы күркәм ғаилә - Зөлфиә һәм Мәхмүт Мөхәмәтйәновтарҙың ғаиләһе журналға 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылып, фотоға төшөп, беҙгә ебәргәндәр. Берҙәм йортта журналды ла берҙәм уҡыясактар.
Афарин, Мөхәмәтйәновтар!
Читайте нас в