+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 17:08

Июндә Өфө ҡалаһы көнө булмай!

Йыл да 12 июндә баш ҡалала оло байрам ойошторола килде. Быйыл иһә пандемияға бәйле Өфө ҡалаһы көнө көҙгөлөккә күсерелә. Ғөмүмән, беҙ июндә ял итербеҙме икән? Был айҙың календаре - беҙҙең сайтта!

Йыл да 12 июндә баш ҡалала оло байрам ойошторола килде. Быйыл иһә пандемияға бәйле Өфө ҡалаһы көнө көҙгөлөккә күсерелә. Бының турала ҡала мэры Өлфәт Мостафин кисәге кәңәшмәлә хәбәр итте.
"12 июндә буласаҡ Өфө ҡалаһы көнөн Республика көнө менән бергә, 11 октябрҙә үткәрергә, тигән тәҡдим булды. Уны ҡала советына ебәрҙеләр. Яҡын арала депутаттар был мәсьәләне хәл итер", - тине ҡала башлығы.
Әгәр ҙә Ҡала көнө күсерелһә байрам салюты ла булмаясаҡ.
Әйткәндәй, июнь аҙағында Рәсәй халҡын тағы бер өҫтәмә ял көнө көтә. Владимир Путин 24 июндә Еңеү парады көнөн уҙғарырға тигән указ биргәйне.
Читайте нас: