Әлеге ваҡытта республикала 2304 кеше коронавирус менән сирләй. Шуларҙың 995-е стационарҙа дауалана. Ҡалған 1309 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бының турала бөгөнгө бирфингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Башҡортостанда 3608 COVID-19 осрағы теркәлгән, аҙаҡҡы тәүлектә генә 107 кешелә был вирус барлығы раҫланған.
1276 пациент һауығып, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтҡан. Мәрхүм булыусылар, Аллаға шөкөр, юҡ.
Вирус ололарҙы аямай тиһәләр ҙә, сирлеләрҙең 39,6 проценты - 26 йәштән алып 50 йәшкә тиклемгеләр. Балаларҙы ла ул урап үтмәй - зарараланыусыларҙың 5,4 проценты - 17 йәшкә тиклемгеләр.