-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 17:05

Өфө авиация техникумы Асыҡ ишектәр көнө үткәрә

Бөгөн кис Өфө авиация техникумы 9-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Ул дистанцион форматта үтә.

Бөгөн кис Өфө авиация техникумы 9-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Ул дистанцион форматта үтә.
Техникум Өфө дәүләт авиация-техник университеты составына инә һәм төбәктәге компаниялар һәм предприятиелар өсөн урта звено мастерҙары әҙерләй.
Асыҡ ишектәр көнөнөң трансляцияһы киске сәғәт 19.00 башлана. Унда ӨДАТУ ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Новиков, Өфө авиация техникумы директоры Илгиз Ҡаршанов, ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе Радик Кәлимуллин сығыш яһаясаҡ, абитуриенттар һәм ата-әсәләр төрлө һөнәрҙәр тураһында презентациялар менән таныша ала, техникум тураһында фильм ҡараясаҡ һәм үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала.
Читайте нас в