-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 13:26
Өфөлә Никита Михалковтың Кино академияһын тамамлаусының фильмы өсөн малай эҙләйҙәр
Өфөлә «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Йәшенмәк» проекты өҫтөндә эш башланды.
Өфөлә «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Йәшенмәк» проекты өҫтөндә эш башланды. Был – дүрт ҡыҫҡа метражлы фильмдан торған киноальманах. Фильмдарҙа бала саҡ, атайҙар һәм балалар, тәрбиәләү һәм үҫеү, кешенең донъя менән мөнәсәбәте кеүек мәңгелек темалар күтәрелә.
«Йәшенмәк» киноальманахы авторҙары – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Никита Михалковтың Кино академияһын тамамлаусылар. Проекттың художество етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, кинорежиссёр, сценарист Владимир Хотиненко («72 метра», «Зеркало для героя», «Поп», «Мусульманин»).
«Тәүге киноновелла «Айназ» тип атала. Уның өҫтөндә режиссер Динара Әбдрәшитова эшләй. Фильм Башҡортостанда төшөрөлә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына фильмдың продюсеры Алина Шакирова.
Фильмда төшөү өсөн 5-8 йәшлек башҡорт малайы талап ителә. Анкетаны
[email protected]
почтаһына ебәрергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1457913-v-ufe-ishchut-malchika-dlya-filma-vypusknitsy-akademii-kino-nikity-mikhalkova-/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?