+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 13:20

Владимир Путин еңел сəнəғəтте күтəрергə ҡушты

Президент еңел сəнəғəт тармағындағы хəлторошҡа арналған видеокəңəшмə үткəрҙе

Президент еңел сəнəғəт тармағындағы хəлторошҡа арналған видеокəңəшмə үткəрҙе
Яуаплы етəкселеəргə күп кенə бурыстар ҡуйылды. Тимəк, хəҙер сифатһыҙ ҡытай тауары урынына үҙебеҙҙекен ҡуллана аласаҡбыҙ. - Еңел сəнəғəт беҙҙең ил тормошонда айырым урын билəй, - тине Владимир Путин. - Туҡыма, тегелгəн тауар, аяҡ кейемдəре етештереүселəрҙең тотороҡло эше беҙҙе сифатлы продукция менəн тəьмин итеүҙə ҙур роль уйнай. Күрҙегеҙ, пандемия осоронда Рəсəй компаниялары һаҡланыу костюмдары, битлектəр, бирсəткəлəр тегеү күлəмен тиҙ арала арттыра алды. Президент тармаҡҡа ярҙам күрһəтеү, уны үҫтереү сараларына ла туҡталды. Əйткəндəй, беҙҙең еңел сəнəғəттə 300 мең самаһы кеше эшлəй. Уларҙың һанын һаҡлап ҡалыу, яңы эш урындары булдырыу ҙа шарт. Ил башлығы Хөкүмəткə еңел сəнəғəт предприятиеларына лизингҡа ҡорамалдар алыуҙы тəьмин итергə ҡушты. Бында субсидиялау ҡорамалдарҙың 50 процент күлəмендə булыуы һорала. Ə кредиттарҙы субсидиялау өсөн йыл һайын бер миллиард һум тотоноу ҡарала.
Путин белдереүенсə, беҙҙə быйылдан башлап етен əйберҙəр етештереүгə булышлыҡ итеү буйынса биш йылға комплекслы план ғəмəлгə ашырыла. Етен тауарҙар сығарыуҙы киңəйтеү импортты алмаштырыуҙа ла мөһим. Хөкүмəткə тағы ла шул ҡушылды: дəүлəт органдарында һатып алыуҙар ойошторғанда үҙебеҙҙең еңел сəнəғəт тауарҙарына өҫтөнлөк бирергə.
Фото: Кремлин.ру. Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: