+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 17:22

Короновирус буйынса яңы рекорд

Тәүлек эсендә 119 кешелә COVID19 вирусы инфекцияһы табылған.

5 июнгә стопкоронавирус.рф порталында мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3 727 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 119-ға артҡан.
3 727 кешенең — 2 423 актив сирле, 1 286-һы һауыҡҡан.
Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороуҙың 8 726 осрағы раҫланған, 144 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 8 057 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 449 834 сирле иҫәпләнә, уларҙың 212 680-е һауыҡҡан, 5 528 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Читайте нас: