+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2020, 14:39

Башҡортостандың Федоровка районында бассейн төҙөлөшө тамамлана

Майҙаны 1,4 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ бассейн 2018 йылдың йәйендә төҙөлә башлағайны.

Федоровка районында «Демография» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә йөҙөү бассейны төҙөлөшө тамамлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Майҙаны 1,4 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ бассейн 2018 йылдың йәйендә төҙөлә башлағайны. Уның үткәреү һәләте — сәғәтенә 40 кеше.
Проект 25 метрлыҡ дүрт юлды, шулай уҡ кейенеү бүлмәһен, вестибюль, гардероб, тренер, табип һәм шәфҡәт туташы кабинеттарын һәм башҡа биналарҙы күҙ уңында тота.
«Бөгөнгә төп төҙөлөш эштәре башҡарылған. Төҙөүселәр эске биҙәкләүҙе тамамлай, тышҡы биҙәкләү ҙә тамамланып килә. Инженер селтәрҙәрен монтажлау эштәре алып барыла, биләмә төҙөкләндерелә», — тип өҫтәнеләр ведомствола.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: