+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2020, 01:47

Үлтереү тураһында енәйәт эше асылды

Башҡортостанда алты йәшлек баланың юғалыуы сәбәпле, үлтереү тураһында енәйәт эше асылған.

Башҡортостанда алты йәшлек баланың юғалыуы сәбәпле, үлтереү тураһында енәйәт эше асылған.
Башҡортостан Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшеренеү мөмкинлектәрен киңәйтеү һәм эҙләүҙе тулы кимәлдә үткәреү өсөн шундай ҡарар ҡабул ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: алты йәшлек Ренель Ғәниев Салауат районы Урмантау ауылында өйөнән сығып киткән, һәм уны бүтәнсә күрмәгәндәр. Баланы үҙҙәре таба алмағас, ата-әсә хоҡуҡ һаҡсыларына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Эҙләүгә ирекмәндәр ҙә ҡушылған. Әйтеүҙәренсә, малай һөйләшмәй. Тағы ла шул билдәле булған: бала быға тиклем дә үҙаллы өйҙән сығып киткәне булған. Ул ваҡытта яҡындары уны ауылдаштары менән бергәләп эҙләп, урмандан табып алған. Әлегеһендә ерҙә, һыуҙа, һауала эҙләү өсөн криминаль техника ла йәлеп ителгән. Малайҙы урманда ла, ауыл эргәһенән аҡҡан йылға эсенән дә эҙләйҙәр.
Фото: Лиза-Алерт.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: