+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2020, 15:30

Республикала короновирус менән сирләүселәр һаны дүрт меңгә етеп килә

7 июнгә стопкоронавирус.рф порталында мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә улар 96-ға артҡан.

7 июнгә стопкоронавирус.рф порталында мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3928 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 96-ға артҡан.
3928 кешенең — 2473 актив сирле, 1401 һауыҡҡан.
Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороуҙың 8984 осрағы раҫланған, 134 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 5343 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 467673 сирле иҫәпләнә.
фото: стопкороновирус.рф сайнынан скрин
Читайте нас: