8 июнгә Башҡортостанда 4017 коронавирус инфекциялы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 89-ға артҡан.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны статистикаға ярашлы үҙгәрешһеҙ ҡалған һәм 18 кеше тәшкил итә.
Хәҙер Башҡортостан стационарҙарында 1086 сирле ята, уларҙың 41-е – ауыр хәлдә.
1460 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Ошо осорҙа 1453 кеше һауыҡҡан, уларҙың 16-һы – уҙған тәүлектә.