Алты йәшлек Ренель Ғәниев Салауат районы Урмантау ауылында өйөнән сығып киткәнгә ике көн үтте. Киске сәғәт туғыҙҙарҙа малайҙы тапҡандар. Ике көн, ике төн ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, полицейскийҙар һәм урындағы халыҡ Ренельды эҙләнеләр. Аллаға шөкөр, малай тере. Уны Иҙелбай ауылы янында тапҡандар. Ул Йүрүҙән йылғаһы ярында булған. Табылған ергә ашығыс медицина ярҙамы машинаһы сыҡҡан.