-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 15:00

Владимир Путин мəҙəниəт проблемаларын хəл итеүҙе милли планға индерергə ҡушты

Рəсəй Президенты рус теле көнө уңайынан мəҙəниəт хеҙмəткəрҙəре менəн осрашып алғайны.

Рəсəй Президенты рус теле көнө уңайынан мəҙəниəт хеҙмəткəрҙəре менəн осрашып алғайны. Юҡ, күҙмə-күҙ түгел, һуңғы айҙарҙа ғəҙəткə инеп киткəнсə, монитор аша. Шул һөйлəшеүҙə ул илдең иҡтисадын һəм социаль тармағын тергеҙеү буйынса милли планға мəҙəниəт мəсьəлəлəре лə индерелəсəген белдерҙе.
Əле ул план эшлəнə. Бик ҙур маҡсаттар ҡуйыласаҡ. “Мəҙəниəт” милли проектын ғəмəлгə ашырыу буйынса ла үҙгəрештəр буласаҡ.
Владимир Путин мəҙəниəттең беҙҙең тормоштағы төп тармаҡтарҙың береһенə инүен билдəлəне.
Президент менəн видеоконференция аша һөйлəшеүгə бик күп мəҙəниəт учреждениеһы, ижади коллектив етəкселеге ҡушылғайны. Ил башлығы уларҙың фекерен, тəҡдимен, телəген тыңлағандан һуң, ысынлапта, мəҙəниəткə ярҙам мотлаҡ кəрəген яҡшы аңланы. Ни тиһəң дə, коронавирус таралыу арҡаһындағы карантинда театр, музей, концерт залдары һ.б. ябылып, был тармаҡ килем эшлəй алманы.
– Мин баш санитар табипҡа, медиктарға һорау менəн үтенəм, ошо мəсьəлəне лə бергə ҡарайыҡ: сəнғəт, мəҙəниəт əһелдəре үҙҙəренең квалификацияһын юғалмаһын өсөн нимə эшлəргə мөмкин? Мəҫəлəн, музыканттар, йырсылар өйҙə күнекмə үткəрə ала, ə балет – юҡ. Бəлки, улар эшлəй алһын өсөн ниндəйҙер башҡа форма табырға булалыр, – тине Владимир Путин. – Бөгөнгө һөйлəшеү темаһы буйынса тəҡдимдəр мотлаҡ ҡараласаҡ һəм улар мəҙəниəт тармағын үҫтереү ҡарарҙарына индерелəсəк. Вəғəҙə. Бына шулай, пандемияла бизнес һəм сауҙа, туризм ғына зыян күрмəне ул, мəҙəниəт тə арыу ғына юғалтты. Путин əйтеүенсə, был тармаҡ онотолмаясаҡ.
Фото: Кремлин.ру.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: