+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 11:19

Владимир Путин ҡул ҡуйған яңы документ беҙҙе бер урынға йыйыу тураһында

Рəсəй Президенты ил граждандары хаҡында мəғлүмəттəр һаҡланған берҙəм регистр булдырыуға бəйле законға имзаһын ҡуйҙы.

Рəсəй Президенты ил граждандары хаҡында мəғлүмəттəр һаҡланған берҙəм регистр булдырыуға бəйле законға имзаһын ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, регистрҙа кешенең исемфамилияһы, тыуған урыны, енесе, тыуыу һəм үлеү тураһында акттарҙың реквизиттары һ.б. теркəлеп барасаҡ.
Был берҙəм мəғлүмəт базаһын РФ Һалым хеҙмəте төҙөй һəм алып бара. Граждандар тураһында белешмəне урындағы үҙидара органдарынан ала.
Закон буйынса регистр төҙөү осоро 2025 йылғаса дауам итə. Əйткəндəй, был закон проектын май аҙағында ғына Дəүлəт Думаһы ҡабул иткəйне, 2 июндə Федерация Советы хупланы. Бик тиҙ генə сыҡҡан закон.
Фото: Кремлин.ру.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: