+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 17:38

Балаларға кисен урамда яңғыҙ йөрөү тыйыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға төҙөтмәләр индерҙе. Ул 17 йәшкә тиклемге балаларға ла ҡағыла.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға төҙөтмәләр индерҙе.
Указ менән республика хөкүмәты сайтында танышырға була.
Аҙаҡҡы төҙәтмәләр балаларға ла ҡағыла. 17 йәше тулмаған балаларға һәм үҫмерҙәргә киске сәғәт 22.00-дан иртәнге сәғәт 10.00 тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәләрһеҙ йөрөү тыйыла.
15 июндә өҫтәмә профессиональ белем биреү программалары буйынса эшләүсе мәғариф ойошмалары (мәҫәлән, водителдәр әҙерләү курстары) эшләй башлаясаҡ.
Балалар шифаханалары, профилакторийҙар һәм шифахана-һаулыҡты нығытыу лагерҙары 22 июндәе эшләй башлай. Был учреждениеларҙы асыуға әҙерлек 15 июндән башлана.
Читайте нас: