+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 17:56

Интернеты булмаған абитуриенттарға ярҙам күрһәтеләсәк

Юғары уҡыу йорттарына инергә теләүсе абитуриенттар өсөн ситтән тороп документ тапшырыу ойоштороласаҡ. Был ярҙам Интернет селтәре аша ғариза ебәрә алмағандар өсөн бик тә ҡулайлы.

"Юғары уҡыу йорттарына инергә теләүсе, әммә Интернет аша ғариза бирә алмаған абитуриенттар өсөн ситтән тороп документ тапшырыу ойоштороласаҡ. Был ярҙамға мохтаждар райондарҙағы социаль объекттарға мөрәжәғәт итә ала", - тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
"Бөтөн район хакимиәте башлыҡтарына ла, кемдең Инернеты юҡ - шуларға юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссияларына документтар ебәрешергә ярҙам итергә ҡушып, хат яҙҙыҡ. Был эшкә бөтөн социаль объекттар ҙа ҡушыла. 25 июлдән һуң, Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланғас, аҙнаһына өс көн - дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә абитуриенттар социаль объектарға мөрәжәғәт итеп, Интернет аша ғаризалар ебәрә ала. Дүшәмбе һәм йома - сәғәт 10.00 алып 13.00 сәғәткә тиклем, ә шаршамбы - 15.00 алып 18.00 сәғәткә тиклем, алдан яҙылып, барырға кәрәк буласаҡ. Был ысул социаль объекттар алдында халыҡ күпләп йыйылмаһын өсөн ҡулланыла. Абитуриентҡа ярты сәғәт ваҡыт бирелә, ошо ваҡыт сендә ул үҙе теләгән уҡыу йортона документтарын ебәреп өлгөрә" - тип аңлатты Айбулат Вәкил улы.
Быйыл юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы 3 июлдән эшләй башлай. Сығарылыш синыф уҡыусылары документтарын, БДИ-ларын тапшырып бөткәс, ебәрә ала. Бөтөн уҡыу йорттары ла документтарҙы дистанцион форматта ҡабул итә. Абитуриенттар ғаризаларҙы 5 уҡыу йортононң 3-өшәр специальносына бирә ала. Тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр - быйыл республикала бюджет урындар 1073-кә артты. Йәмғеһе 19 мең уҡыусы быйыл 11-се синыфты тамамлай, тимәк, шуларҙың 11200-е бушлай уҡыу хоҡуғына эйә була.
Читайте нас: