«Тауыш биреү көнөндә эшләгән өсөн арттырылған күләмдә түләү ҡаралған. Ял һәм байрам көндәрендә түләү тәртибе Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы менән көйләнә, түләү үҙенсәлектәре хеҙмәткәрҙәр өсөн ниндәй түләү системаһы билдәләнеүгә бәйле», — тип Святенконың
һүҙҙәрен килтерә ТАСС. Хеҙмәт кодексы буйынса, ял йәки байрам көндәрендә эшләгән өсөн хеҙмәткәргә икеләтә эш хаҡы иҫәпләнә.