-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2020, 14:08

Санитар талаптарҙы үтəгеҙ: тикшерəлəр

Йəй етте. Көн йылынды, эҫене. Халыҡ эркелешеп йылғакүл буйҙарына сыға башланы. "Халыҡ контроле" хəлторошто күҙəтеүҙə тота.

Йəй етте. Көн йылынды, эҫене. Халыҡ эркелешеп йылғакүл буйҙарына сыға башланы. "Халыҡ контроле" хəлторошто күҙəтеүҙə тота.
БР Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Халыҡ контроле"нең төбəк кураторы Гөлнур Ҡолһарина етəкселегендəге активистар төрлө урында рейдта йыш була.
Был юлы улар Ҡырмыҫҡалы районында. Гөлнур Ғəлинур ҡыҙы социаль селтəрҙəрҙə шулай тип хəбəр итə. Ҡырмыҫҡалы районындағы Зəңгəр күлдə үткəн аҙналағы тикшереүҙəрҙə күп кешенең бер ниндəй һаҡланыу талаптарын үтəмəүе күренгəн. Шуға əле активистар район хакимиəте вəкилдəре, БР Ғəҙəттəн тыш хəлдəр буйынса дəүлəт комитеты белгестəре менəн берлектə тағы рейдҡа сыҡты.
Ял итеүселəр байтаҡ. Уларға аңлатыу эштəре алып барылды. Шулай уҡ билəмəне төҙөклəндереү мəсьəлəһе күтəрелде.
Фото: vk.com (Гөлнур Ҡолһаринаның шəхси сəхифəһенəн).
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: