+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 13:46

Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

14 июнь Башҡортостанда Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Уның тарихы үткән быуатҡа барып тоташа: 1917 йылда ошо көндө Ырымбурҙа башҡорт милли газетаһы баҫыла башлаған. Ошо мөһим датаны күҙ уңында тотоп, 22 йыл элек был көн иҫтәлекле даталар рәтенә индерелгән.

14 июнь Башҡортостанда Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Уның тарихы үткән быуатҡа барып тоташа: 1917 йылда ошо көндө Ырымбурҙа башҡорт милли газетаһы баҫыла башлаған. Ошо мөһим датаны күҙ уңында тотоп, 22 йыл элек был көн иҫтәлекле даталар рәтенә индерелгән.
Киң мәғлүмәт - ул хәҙер гәзит-журнал ғына түгел. Аллаға шөкөр, Интернет киңлектәрендә лә бөгөн кинәнеп, башҡортса мәҡәләләр, хикәйәләр уҡырға була. Журналистар социаль селтәрҙәрҙә, яңылыҡ порталдарында, блогтарҙа әүҙем эш алып бара, ижад итә, ғөмүмән, заман менән бер ҡатарҙан алға бара. Һүҙ көсө йөрәктәргә барып етһен дә, абайламаҫтан ойоп киткән аң-ғәм уянһын, тип тырыша улар. Тик шулай ҙа йылдан-йыл милли баҫманың тиражы кәмеүе хафаға һала, бик борсой. Миҫал өсөн, былтыр "Аманат" журналын 3160 кеше алдырһа, быйыл ни бары 1116 кеше генә журналға яҙылып ҡуйған. Әле яҙылыу осоро тамамланыуғ тағы бер аҙна бар, моғайын, яҙылып өлгөрөрҙәр тигән өмөт күңелде йылыта.
"Аманат" журналы мөхәрририәте лә, ҡулына ҡәләм алып, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр, мәҡәләләр яҙыусы дуҫтарын - барлыҡ журналистарҙы, йәш хәбәрселәрҙе һәм милли баҫма йәшәһен, тип тырышыусыларҙы, уҡыусыларын Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлай һәм
Аңлы
Мәрхмәтле
Аҡыллы
Нурлы
Абай
Туған йәнле булып ҡалырға саҡыра!
Әйткәндәй, журналға 2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылыу хаҡы - 350 һум 28 тин.
Әгәр ҙә почта бүлексәһенә барыу мөмкинлеге булмаһа https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/998/ һылтанмаһы аша инеп, яҙыла алаһығыҙ.
Рәзил Бикбулатов фотоһы.
Читайте нас: