+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 13:31

Нургөлдөң бүләге лә хужаһына барып етте

Журналыбыҙҙың "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып, йылына әллә күпме бала, бүләк отоп, шатлана. Уларҙың ҡыуанысы беҙгә тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирә. Ейәнсура районының Яңыбай ауылынан Нургөл Хужаәхмәтованың да уйынға тип ебәргән купоны бәхетлеләр иҫәбенә инде - һылыу "Аманат"тың фирма сәғәтенә һәм Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.

"Бүләгемде алып, бик ныҡ шатландым. Рәхмәт һеҙгә, "Аманат"та эшләүсе ағай-апайҙар! Эшегеҙ гел уң булһын! Игеҙәгем Наҙгөл дә минең өсөн шат. Бүләктәрҙе тотоп, һеҙгә фотоға төшөрөп ебәрҙек" - ти Нургөл үҙенең хатында.
Нургөл үҙенең игеҙәге Наҙгөл менән.
Читайте нас: