+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 12:55

Бирсәткәләр бүтән кәрәкмәҫ

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандағы коронавирус менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелеүе тураһына хәбәр итте. Бөгөндән алып йәмәғәт урындарында бирсәткәһеҙ йөрөргә мөмкин.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандағы коронавирус менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелеүе тураһына хәбәр итте. Бөгөндән алып йәмәғәт урындарында бирсәткәһеҙ йөрөргә мөмкин. Әммә битлек кейеү - мотлаҡ.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, һауа торошо эҫе торғанда ҡулға бирсәткә кейеү уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Йәмәғәт транспорттарында дезинфекторҙар ҡуйылған, шуға унда ла яланғас ҡул менән йөрөргә була.
Фото: Pixabay
Читайте нас: