+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 17:35

Башҡортостанда 4 611 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә

Тәүлек эсендә республикала 64 кеше COVID19 вирусы инфекцияһын йоҡторған.

Тәүлек эсендә республикала 64 кеше COVID19 вирусы инфекцияһын йоҡторған.
16 июнгә стопкоронавирус.рф порталында мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4611 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 64-кә артҡан.
Республикала 4 611 сирленең 1 940-ы һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә 66 кеше дауахананан сығарылған. Вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 8 248 осрағы раҫланған, 193 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 9 767 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә 545458 сирле иҫәпләнә.
Читайте нас: