+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 16:49

Иглиндағы фажиғә 15 йәшлек баланың ғүмерен алды

Бөгөн Иглин районында китеп барған балаларҙы иҫерек ир машина менән тапаған.

Бөгөн Иглин ҡасабаһының Ворошилов урамынан китеп барған балаларҙы иҫерек ир машина менән тапаған.
37 йәшлек таксила эшләгән ир иҫерек килеш Renault Logan автомобиле менән идара иткән. Балаларҙы машинаһы менән тапалаған, аҙаҡ ҡасырға маташҡан. Әлегә 15 йәшлек ҡыҙ бала мәрхүм булғаны билдәле. Икенсеһе дауаханаға оҙатылған. Уның хәле тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Фото: ЮХХДИ
Читайте нас: