+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 12:37

Владимир Путин ошо арала телефондан күп һөйлəшə

Рəсəй Президенты һуңғы айҙарҙа бер ҡайҙа ла сыҡҡаны юҡ. Уның ҡарауы, көн дə тиерлек видеокəңəшмə, айырым осрашыуҙар үткəрə. Сит ил башлыҡтары менəн дə даими аралашып тора. Əңгəмəнең төп темаһы – коронавирус һəм унан килгəн зыянды бөтөрөү.

Кисə Владимир Путин Бразилия Президенты Жаир Болсонаро менəн телефон аша һөйлəште. Етəкселəр башта пандемия шарттарында йəшəү, эшлəү, уға ҡаршы көрəшеү тураһында фекер алышты. Унан һуң һүҙ ике яҡлы хеҙмəттəшлек хаҡында дауам итте. Беҙ Бразилия менəн энергетика, ауыл хужалығы, хатта йыһан тармағында хеҙмəттəшлекте үҫтерə алабыҙ. Был дəүлəт БРИКС ойошмаһы буйынса ла беҙҙең партнер. Бразилия лидерынан һуң Путинға Сербия Президенты Александр Вучич шылтыратты. Бында ла һүҙ пандемия темаһынан башланып, башҡа сəйəси хəлторошҡа байҡау яһау менəн тамамланды. Сербия башлығы беҙгə, йəғни Мəскəүгə, Еңеү парадына килəсəген белдерҙе. Байрамдан алда Президентҡа Иордания, Вьетнам лидерҙары ла шылтыратҡайны. Дуҫтар һəм партнерҙар күп булғас, күңелле.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: