-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 12:16

"Берҙәм Рәсәй" уҡытыусыларға өҫтәмә эш хаҡы индерергә тәҡдим итә

Дистанцион уҡыуға күскәс, уҡытыусыларҙың былай ҙа мәшәҡәтле эше тағы ла ауырая төштө. Айырыуса сығарылыш синыф уҡыусыларын БДИ-ға әҙерләүселәр йәйге отпускыһының яртыһын эшләп уҙғара. "Берҙәм Рәсәй" партияһы уларға өҫтәмә эш хаҡы түләргә тәҡдим итте.

Дистанцион уҡыуға күскәс, уҡытыусыларҙың былай ҙа мәшәҡәтле эше тағы ла ауырая төштө. Айырыуса сығарылыш синыф уҡыусыларын БДИ-ға әҙерләүселәр йәйге отпускыһының яртыһын эшләп уҙғара. "Берҙәм Рәсәй" партияһы уларға өҫтәмә эш хаҡы түләргә тәҡдим итте. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте һәм Мәғариф һәм фән министрлығы был тәҡдимгә ыңғай ҡарашта.
Мәҫәлән, Мурманск өлкәһендә уҡытыусыларға, хөкүмәт тарафынан түләнгән ике мең һумға өҫтәп, БДИ-ға әҙерләгәне һәм ҡатнаштырғаны өсөн ун мең һум түләнәсәк. Беҙҙә был аҡсалата ярҙамдың хаҡы күпме булыр - әлегә билдәһеҙ.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда партия тарафынан уҡытыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр башлана: БДИ барған урындарға индивидуаль һаҡланыу саралары килтерергә, санитар-эпидемиологик нормаларҙың үтәлешен контролдә тоторға,"Беҙҙең хәстәр" проектынан ирекмәндәрҙе йүнәлтергә тигән тәҡдимдәр булған. Шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" уҡытыусыларҙы льготалы юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин итергә саҡыра. Гаджеттары булмаған мохтаж балаларға партия планшеттар таратҡайны. Рәсәйҙә 600 меңдән ашыу уҡыусы һәм уҡытыусы планшет, компьютер алып, ҡыуанды.
Фото: Рixabay
Читайте нас: