-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 14:50

Тәүлек эсендә республикала 60 кеше COVID19 вирусы инфекцияһын йоҡторған

18 июнгә стопкоронавирус.рф порталында, Башҡортостанда 4730 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә.

18 июнгә стопкоронавирус.рф порталында, Башҡортостанда 4730 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә.
Тәүлек эсендә улар 60-ҡа артҡан.
Республикала 4730 сирленең 2182-һе һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә 112 кеше дауахананан сығарылған. Вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 7790 осрағы раҫланған, 182 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 9621 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә 561091 сирле иҫәпләнә.
фото: стопкоронавирус.рф порталынан скрин
Читайте нас: