-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 18:06

Подписка тамамланыуға бер көн ҡалды!

Әле һаман "Аманат"ҡа яҙылыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырып йөрөүселәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, иртәгә - яҙылыу кампанияһының аҙаҡҡы көнө! Купондарҙы уйнатыуға ла бик аҙ ваҡыт ҡалды. Өлгөрөгөҙ, дуҫтар!

Иртәгә баҫма матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамлана. Әле "Аманат"ҡа ни бары 1203 кеше яҙылған. Был һан, былтырғыға ҡарағанда, өс тапҡырға аҙ! Әйҙәгеҙ әле, дәррәү генә журналға яҙылып, купондарҙы ебәреп ҡуяйыҡ!
"Аманат"ҡа икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 350 һум 28 тин. Индексы – П2706.

Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 629 һум 04 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 700 һум 56 тин булыр ине).
Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396.

Өйҙә ултырып ҡына, Интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2706.
Уҡыусыларыбыҙ, милли матбуғаттың, шулай уҡ туған телдең киләсәге - һеҙҙең ҡулда!
Читайте нас в