-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 20:31

Үәт әй! Өфөлә "Антиковид" тигән туҡталыш барлыҡҡа килгән!

Баш ҡала халҡы социаль селтәрҙәрҙә геү килеп яңы туҡталышты фотоға төшөрөп, һала башланы. Һалмаҫлыҡ түгел шул! "Антиковидная" тигән атамалы туҡталыш тағы ҡайҙа бар?!

Баш ҡала халҡы социаль селтәрҙәрҙә геү килеп яңы туҡталышты фотоға төшөрөп, һала башланы. Һалмаҫлыҡ түгел шул! "Антиковидная" тигән атамалы туҡталыш тағы ҡайҙа бар?!
Был туҡталыш Өфө районы Зубов ауылы биләмәһендә яңыраҡ асылған клиника-диагностика инфекция үҙәге эргәһендә урынлашҡан. Был үҙәкте 55 көн эсендә төҙөгәйнеләр (Ҡытайҙар беҙгә шәп өлгө күрһәткәйне шул!)
"Анктиковидная" тигән атама урынлы ла кеүек, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Һеҙ был яңылыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?
Фото: vk.com/myufa
Читайте нас в