Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, 62 йәшлек Стәрлетамаҡ гражданы "Лада Калина" автомобиленә иҫерек көйөнсә ултырған һәм тротуарҙа китеп барыусы ике йәйәүлене тапатҡан. Һөҙөмтәлә быйыл 8-се синыфты ғына тамамлаған үҫмер ҡыҙ йән биргән, ә уның 13 йәшлек әхирәте ауыр травмалар менән дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙҙар уйын майҙансығынан ҡайтып барған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйгә ҡайтып етеүгә ни бары өс минут ҡалғас, иҫерек водителгә тап булғандар.