-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 15:13

Күп балалы ғаиләләргә йәй көнө сәйәхәткә 20 процент ташлама яһала

"Ҙур ғаилә" тарифы сиктәрендәге был ташламаны Рәсәй буйлап поезда сәйәхәт иткәндә ҡулланып була. Әлбиттә, ғаилә составына ҡарап ҡына бирәләр.

"Ҙур ғаилә" тарифы сиктәрендәге был ташламаны Рәсәй буйлап поезда сәйәхәт иткәндә ҡулланып була. Әлбиттә, ғаилә составына ҡарап, 3 баланан кәм булмаған һәм иң кесеһе бәлиғ булмаған ғаиләләр генә был ташламаға дәғүә итә ала.
19 июндән 31 авгусҡа тиклем күп балалы ғаиләләр купелы вагондарҙа алыҫ араға йөрөгәндә 20% ташламаны ҡуллана ала, был тәҡдим айырым сәйәхәткә сығыусылар (әммә ғаиләһе күп балалы иҫәпләнһә) өсөн дә һаҡлана.
Ташламаны "ФПК" АО кассаһына барып, "РЖД Бонус" программаһы сиктәрендә теркәлеп, алырға мөмкин. Бының өсөн кассирға ғаилә ағзаларының бөтәһенең дә шәхесен раҫлаусы документтар, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, йәки уллыҡҡа(ҡыҙлыҡҡа) алыу тураһында документтар, булһа, никахты теркәү тураһындағы таныҡлыҡ күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Тулыраҡ «РЖД Бонус» сайтында ҡарарға була.
Әйткәндәй, айырым урын биләмәгән, 5 йәштән бәләкәй балалар бушлай , ә 5-10 йәшлектәр 35% ташламалы балалар тарифы буйынса поезда йөрөй ала.
Читайте нас: