-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 13:28

Владимир Путиндың “Бөйөк Еңеүгə 75 йыл: тарих һəм килəсəк алдында дөйөм яуаплылыҡ” тигəн мəҡəлəһе баҫылды

Рəсəй Президенты был хеҙмəтендə еңеүҙең донъяуи əһəмиəте, һуғыштың һəр ғаилəгə йоғонтоһо, илһөйəрлек тəрбиəлəүҙең мөһимлеге тураһында һүҙ алып бара.

Рəсəй Президенты был хеҙмəтендə еңеүҙең донъяуи əһəмиəте, һуғыштың һəр ғаилəгə йоғонтоһо, илһөйəрлек тəрбиəлəүҙең мөһимлеге тураһында һүҙ алып бара.
Мəҡəлəнең («75 лет Великой Победы: общая ответственность перед историей и будущим») етди уйланыуҙар аша яҙылғаны күренеп тора. - 75 йыл үтте. Был ваҡыт арауығында бер нисə быуын алмашынды. Планетаның сəйəси картаһы үҙгəрҙе. Нацизмды еңеп, бөтə донъяны ҡотҡарған Советтар Союзы ла юҡ. Ул һуғыш хəтирəлəре хатта унда ҡатнашыусылар өсөн дə бик алыҫта ҡалған. Əммə ниңə Рəсəйҙə 9 май иң төп байрам булараҡ билдəлəнə, 22 июндə тормош туҡтап ҡалғандай һəм тамаҡҡа төйөр тығыла һуң? Һуғыш һəр ғаилəгə тəрəн эҙ һалған. Был һүҙҙəр миллиондарса кешенең яфаланыуҙарын, юғалтыу ҡайғыһын аңлата. Ғорурлыҡты, хаҡлыҡты һəм хəтерҙе, - тип бик эмоциональ башланған Путиндың яҙмаһы. Президенттың ата-əсəһе блокадалы Ленинградта ыҙа сиккəн, ике генə йəшлек ағаһы үлгəн, əсəһе саҡ тере ҡалған, атаһының броне булһа ла, үҙе телəп туған ҡалаһын һаҡларға сыҡҡан... - Миңə, тиңдəштəремə шуныһы мөһим: беҙҙең балалар, ейəндəр һəм бүлəлəр ата-бабаларының ниндəй һынауҙарҙан үтеүен аңлаһын ине. Еңеү нисек яуланды? Бар донъяны һоҡландырырлыҡ һəм аптыратырлыҡ рухи көс ҡайҙан? – тип һорау бирə лə автор дауам итеп яуабын яҙа. – Əгəр ҙə кəрəк икəн үҙ-үҙен аямай бурысын үтəү – Рəсəй халыҡтарының холҡонда...
Мəҡəлəне тулыһынса Кремль сайтында уҡый алаһығыҙ: kremlin.ru/events/president/news/63527
Фото: ТАСС (архив).
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: