+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 17:47

Милли баҫмаға яҙылыу - рухлылыҡ билдәһе

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Азат Баҙранов Facebook-тағы сәхифәһендә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ҡатнашып, үҙенә, ата-әсәһенә һәм өләсәһенә гәзит-журналдар яҙҙырыуы тураһында яҙҙы.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Азат Баҙранов Facebook-тағы сәхифәһендә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ҡатнашып, үҙенә, ата-әсәһенә һәм өләсәһенә гәзит-журналдар яҙҙырыуы тураһында яҙҙы.
"Республика баҫмаларын гелән алдырам, Мәскәүҙә эшләгән сағымда ла "Башҡортостан" гәзитенән һәм "Ватандаш" журналынан айырылманым. Хәҙер күптәр ҡағыҙ баҫманың бәҫе төштө, кешеләр Интернет селтәренә күсте, тиҙәр. Асылда тәүҙә баҫма матбуғатта булған мәғлүмәт тирәләй аҙаҡ Интернетта һүҙ ҡуйыртыла. Шул уҡ хәл электрон китаптар менән дә күҙәтелә. Бынан 15-20 йыл элек ҡағыҙға баҫылған китаптар бөтәсәк, кешелек тик электрон форматтағы китап уҡыясаҡ, тигән фекер йөрөнө. Күреүебеҙсә, китап һөйөүселәр барыбер ҡағыҙ китапҡа өҫтөнлөк бирә.
Милли матбуғатҡа килгәндә, туған телдә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылыу - ул туранан-тура телде һаҡлап алып ҡалыуға ынтылыуҙы күрһәтә. Туған тел һүнмәһен, артабан да тере булһын тиһәк, милли гәзит-журналдарға яҙылырға, уларҙың киләсәген дә ҡайғыртырға бурыслыбыҙ. Беҙ яҙылмаһаҡ, кем яҙылыр?
Хәҙерге технологиялар өйҙән сыҡмайынса ғына бер баҫыуҙан яратҡан баҫмаға яҙылырға мөмкинлек бирә. "Рәсәй почтаһы" мобиль ҡушымтаһы аша бөтөн Рәсәй буйынса таратылған гәзит-журналға яҙҙырып булһа, республика матбуғатын "RBSMI" ҡушымтаһына инеп, теләгән гәзитте, йәки журналды һайлап алып, яҙылырға мөмкин", - ти ул.
Читайте нас: