+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 18:45

Һәйбәт уҡыған өсөн 50 000 түләйҙәр икән

Уҡырға ҡайҙа барырға? Моғайын, күптәр йыл башында уҡ ҡайҙа документтарын тапшырырға икәнлеген уйлап ҡуйғандыр. Юғары уҡыу йорттары мәктәптә яҡшы өлгәшкән абитуриенттарҙы әйҙәп, бында уҡырға ин тип, саҡырып тора. Миҫалға Башҡорт дәүләт университетын алайыҡ. Унда бәғзе талиптарға 50 мең һумлыҡ айлыҡ стипендия тәҡдим итәләр. Тулыраҡ - сайтта.

Уҡырға ҡайҙа барырға? Моғайын, күптәр йыл башында уҡ ҡайҙа документтарын тапшырырға икәнлеген уйлап ҡуйғандыр. Юғары уҡыу йорттары мәктәптә яҡшы өлгәшкән абитуриенттарҙы әйҙәп, бында уҡырға ин тип, саҡырып тора. Миҫалға Башҡорт дәүләт университетын алайыҡ. Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүсе һәм призерҙарға тәүге курста ай һайын 50-шәр мең һумлыҡ, ә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән олимпиадаларҙа еңгән, призер булғандарға - 30-шар мең түләнәсәк. БДИ һөҙөмтәләре юғары булған беренсе курс талиптарына 3000 һумдан 10000 һумға тиклем стипедия ҡаралған. Был стипендиялар, әлбиттә, бюджет урындарға уҡырға ингәндәргә генә ҡағыла. Коммерция нигеҙендә уҡығандарға тәүге курста 15% ташлама ҡаралған.
БДУ-ла быйыл бюджет урындар 600-гә артҡан, тимәк бөтәһе 2967 абитуриент, рәхәтләнеп, бушлай уҡый аласаҡ. Дөйөм ятаҡтарҙа ла урындар арта: йыл аҙағында 560 урынлыҡ бина ҡулланыуға тапшырыла.
Башҡорт дәүләт универститеты 25 июндә онлайн форматта "Асыҡ ишектәр" көнөн үткәрә. Уны https://www.bashedu.ru/ru/anonsy/dni-otkrytykh-dverei-bashgu-v-formate-onlain һылтанмаһы аша инеп, ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: