+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2020, 14:35

Еңеү парады - 2020: ветерандарҙы нисек ҡотлайҙар?

Бөгөн Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған төп парад ойошторола. Ә Башҡортостанда ветерандарҙы өйҙәренә барып, һәр береһен айырым ҡотлайҙар, айырым парад үткәрәләр.

Бөгөн Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған төп парад ойошторола. Ә Башҡортостанда ветерандарҙы өйҙәренә барып, һәр береһен айырым ҡотлайҙар.
Баш ҡалала әлеге ваҡытта ете ветеран иҫән. Уларҙы урындағы етәкселәр байрам менән ҡотланы, "Прощание славянки" көйө аҫтында ветерандар йәшәгән йорттар эргәһенән парад уҙҙы, ретро-автомобилдәр ҙә унда ҡатнашты. Шундай уҡ тантаналы парад Мәсетле районында йәшәүсе 95 йәшлек һуғыш ветераны Александр Топычкановтың йорто эргәһендә ойошторолдо.
Республикала бөгөн 25 урында ветерандарҙы Бөйөк Еңеү менән ҡотлау парады уҙҙы.
Валерий Шахов фотоһы. Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Читайте нас: