+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2020, 18:31

Шаран районында бер малай һыуға батҡан

Шаран һыуһаҡлағысында 11 йәшлек малай һыу аҫтына киткән. Был хәл Наратаҫты ауылы эргәһендә булған.

Шаран һыуһаҡлағысында 11 йәшлек малай һыу аҫтына киткән. Был хәл Наратаҫты ауылы эргәһендә булған.
Бала дуҫтары менән һыу инергә барған булған. Тәрәнгә йөҙөп барғас уның хәле бөтә һәм бата башлай. Ярҙағы ололар был хәлде күреп ҡалып, ярҙамға ташлана, ләкин уны ҡотҡара алмайҙар. Малайҙың тәнен Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте генә һыуһаҡлағыс төбөнән сығара ала.
Йыл да балаларҙың һыуҙа батыу осраҡтары тап ошо йәйге каникул осоронда теркәлә. Быйыл дүрт бала батып үлгән. Зинһар, һыу буйында абайыраҡ булығыҙ!
Читайте нас: