+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 11:46

Велосипедсы малайҙы иҫерек ир тапатҡан

13 йәшлек үҫмер йәйге каникулда өләсәһендә ял иткән булған. Кисә кис ул үҙенең "тимер ат"ында йөрөп килергә Яҙыҡ-Балышлы-Шишмә трассаһына сыға һәм тәгәрмәс аҫтына эләгә...

13 йәшлек үҫмер йәйге каникулға өләсәһендә ял иткән булған. Кисә кис ул үҙенең "тимер ат"ында йөрөп килергә Яҙыҡ-Балышлы-Шишмә трассаһына сыға һәм тәгәрмәс аҫтына эләгә...
Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, малайҙы 46 йәшлек Благовар гражданы тапатҡан. Әлбиттә, башҡа күпселек осраҡтарҙағы һымаҡ уҡ, был ир ҙә иҫерек булған.
Шөкөр, үҫмер -тере, әлегә ул дауаханала.
Дуҫтар! Көндәр йылыныу менән күптәр тимер аттарға - велосипедтарға атланырға ашыға. Әммә уға ултырыр алдынан түбәндәге биш ҡағиҙәне ятлағыҙ - был мотлаҡ!
☝???? Велосипедтың тормоздарын, тәгәрмәсендә тын етерлекме-юҡмы икәнлеген көн һайын, хатта көнөнә бер-нисә тапҡыр тикшереп тороғоҙ.
☝????Кис, ҡараңғы төшкәс велосипедта йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Әгәр юлға сығырға кәрәк булһа, кейемгә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар (браслет, значок, брелок) тағығыҙ.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән. Имен-аман йөрөгөҙ!
https://pddmaster.ru/pdd/pdd-dlya-velosipedistov.html
Фото: ЮХХДИ
Читайте нас: