-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 12:12

Башҡортостанда 884 кешенең коронавирусҡа иммунитеты булыуы асыҡланған

Башҡортостанда бөгөнгә 350 меңдән ашыу кеше коронавирусҡа антиесемдәр булыуына тест үткән.

Башҡортостанда бөгөнгә 350 меңдән ашыу кеше коронавирусҡа антиесемдәр булыуына тест үткән. Анализ сиргә иммунитет бармы, юҡмы икәнен күрһәтә.

Бөгөнгә 354888 кеше коронавирусҡа тикшерелгән. 884 кешелә G иммуноглобулины табылған, тип хәбәр итте Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Марина Скотарёва. Шуны ла билдәләп үтәйек: G иммуноглобулины булыуы кешенең сирләмәүе, ләкин вирус менән осрашыуы хаҡында һөйләй.

Читайте нас в