+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 15:56

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре байрамы үткәрелә

Байрам саралары сәғәт 12-лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа телемарафон менән башланды.

Байрам саралары сәғәт 12-лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа телемарафон менән башланды.Эфирҙы һеҙ ошо һылтанма аша ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/amanatrb?w=wall-41010454_20693%2Fall
13.00 сәғәттән Өфөнөң бер нисә майҙанында медицина хеҙмәткәрҙәрен дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләй башланылар.
Конгресс-холлда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәк.
Медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтәсәк. Уны тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Башҡортостан 24", “Вся Уфа” һәм ЮТВ телеканалдары күрһәтәсәк. Парад 15.00 сәғәттән 15.30 cәғәткә тиклем дауам итәсәк.
Тантаналы сара ҙур байрам концерты менән тамамлана.
Читайте нас: