+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 16:17

Республикала һайлаусылар өсөн «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла

Унда ҡайһы бер магазиндарға, музейҙарға, бөҙрәханаларға, автосервистарға, һәм башҡа ташлама алырға мөмкин. «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашҡан магазиндар һәм тауарҙар хаҡында тулыраҡ:

25 июндән 1 июлгә тиклем Башҡортостанда һайлаусылар өсөн «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла. Унда ҡайһы бер магазиндарға, музейҙарға, бөҙрәханаларға, автосервистарға, химик таҙартыу ойошмаларына, оптикаларға, дарыуханаларға, дөйөм туҡланыу урындарына ташлама алырға мөмкин.

«Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыусының ташламаға хоҡуҡ биргән махсус беләҙеген алыу өсөн үҙеңдең һайлау участкаһына барып, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға кәрәк. Һуңынан акцияла ҡатнашҡан магазиндарҙа ташлама өсөн беләҙекте күрһәтергә генә ҡала.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөҙрәханала, автосервиста, химик таҙартыуҙа һәм ательела хеҙмәттәргә ташлама — 10-20 процент; аҙыҡ-түлеккә (алкоголь һәм тәмәкенән тыш) — 3-10 процент; дөйөм туҡланыу учреждениеларында һатып алыуға — 10 процент.

Башҡортостан муниципалитеттарында «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашҡан магазиндар һәм тауарҙар менән тулыраҡ бында танышырға мөмкин:

— Өфө һәм Өфө районы — ufarahmat.com

— Стәрлетамаҡ — sterlitamakrahmat.com

— Салауат — salavatrahmat.com

— Сибай — sibayrahmat.com

— Октябрьский — oktyabrskiyrahmat.com

— Нефтекама — neftekamskrahmat.com

— Бөрө (район) — birskrahmat.com

— Благовещен (район) — blagoveshenskrahmat.com

— Туймазы (район) — tuymazyrahmat.com

Читайте нас: