+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2020, 11:54

"Һеҙ беҙгә бында бик кәрәк!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр көнөнә арналған “Беҙ бергә” фестивалендә ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр көнөнә арналған “Беҙ бергә” фестивалендә ҡатнашты. Йыйындың интерактив майҙансыҡтары һәм башҡа саралар Ағиҙел йылғаһы ярында ойошторолдо. Төбәк етәксеһе спорт, музыкаль, шиғри һәм башҡа тематик террасаларҙа булды, әүҙемселәр менән бергә авиашоуҙы, парашютсыларҙың һикергәнен ҡараны.
Башҡортостан йәштәренә мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров барлыҡ ирекмәндәргә коронавирус пандемияһы ваҡытындағы әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Бөтә донъя, илебеҙ һәм республикабыҙ кисергән ауыр ваҡытта беҙгә иңегеҙҙе ҡуйғанығыҙ, мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, – тине ул. – Һеҙ ысын партнерҙар булдығыҙ, беҙ быны бер ҡасан да онотмайбыҙ.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ул йәштәр менән осрашыуға буш ҡул менән килмәгән. Ирекмәндәр өсөн әҙерләнгән бүләктәрҙең береһе “Чайка” теплоходында өс сәғәтлек сәйәхәт булды. Әйткәндәй, судно ремотлау-төҙөү заводында тергеҙелгәндән һуң тәүге тапҡыр һыуға сыҡты.
– Бер нисә йыл был “Чайка” докта торҙо, тутыҡты. Ә хәҙер уны таҙарттыҡ, йүнәттек, – тине Радий Фәрит улы. – Мин унда 9 Майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын йөрөтөргә теләгәйнем, тик коронавирус сәбәпле был идеянан ваҡытлыса баш тартып торҙоҡ. Бөгөн беренсе булып суднола ирекмәндәр йөрөнө. “Чайка” артабан да ҡала халҡына, ветерандарға, йәштәргә хеҙмәт итер тип ышанам.
Икенсе бүләк – Башҡортостан Йәштәре һәм ирекмәндәре йорто. Ул баш ҡаланың тарихи үҙәгендә, Пушкин урамының 86-сы йортонда урынлашҡан. Бындай үҙәкте булдырыу тураһында һүҙ етәксенең ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуы ваҡытында уҡ барғайны.
– Йәштәрҙең үҙ үҙәген булдырыу тураһындағы идея әллә ҡасандан бар ине. Унда йәмәғәт һәм ирекмәндәр ойошмаларын берләштереү кәрәк булды, – тине Радий Хәбиров. – Эйе, унда ҙур булмаған ремонт эштәре башҡарырға тейешбеҙ, тик шуныһын аныҡ әйтәм: яңы йылды һеҙ был үҙәктә ҡаршы аласаҡһығыҙ.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, Йәштәр көнөн йыл һайын Ағиҙел ярында ойоштороу яңы йолаға әйләнәсәк.
– Ҡарар ҡабул иттек, йыл һайын ошонда яр буйында бөтә республиканан йәштәрҙе йыясаҡбыҙ, яҡшы эшләгәндәрҙе бүләкләйәсәкбеҙ. Ағиҙел яры, ысынлап та, йәштәрҙең йыйылышып аралаша һәм үҫешә торған урыны булырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең йәштәр - иң яҡшылары. Мин һеҙҙең менән ғорурланам. Эшемдең мәғәнәһе – тап һеҙҙең өсөн шарттар булдырыу, һеҙ үҫешһен, бәлки, ниндәйҙер ваҡытҡа Рәсәй һәм сит илдәр юғары уҡыу йорттарына барып белем алып, кире әйләнеп ҡайтһын өсөн тырышыу. Тыуған еребеҙҙә һеҙҙе һәр ваҡыт көтәбеҙ. Һеҙ беҙгә бында бик кәрәк. Тағы ла шундай теләгем бар: барыбыҙ ҙа Башҡортостанда йәшәгәнебеҙ менән ғорурланырға өйрәнһәк ине.
Башҡортостан Башлығы әүҙемселәр һәм ирекмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы, уларҙың коронавирус пандемияһы ваҡытындағы эшмәкәрлеген айырым баһаланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: