+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 15:40

Республика башлығы ҡайҙа мотлаҡ битлек кейеп йөрөргә кәрәклеген әйтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 29 июндә хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле хәл, шул иҫәптән битлек режимы буйынса ҡарарҙарҙы иғлан итте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 29 июндә хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле хәл, шул иҫәптән битлек режимы буйынса ҡарарҙарҙы иғлан итте.

«Миңә бөтәһе лә тиерлек «Битлек кейергәме?» тигән һорау бирә. Битлек режимын бөтөрмәйбеҙ. Халыҡтың күпселеге битлек кеймәйенсә йөрөй, беҙ кешеләрҙе мәжбүр итә һәм штраф һала алмайбыҙ. Был йәмғиәттә агрессив реакция тыуҙырыуы мөмкин. Ләкин барыбер был норма йәмғиәтебеҙҙең ниндәйҙер күрһәтмәһе, ниндәйҙер талабы булараҡ ҡалһын әйҙә», — тине Радий Хәбиров.

Йәмәғәт транспортында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, күп функциялы үҙәктә, магазинда, ябыҡ бинала битлек кейеү мотлаҡ, тип билдәләне ул.

Читайте нас: