-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 12:46

Барыһы ла – урмандарҙы һаҡлау өсөн

Июль башында республиканың Урман янғындарын һүндереү үҙәгенә дүрт пилотһыҙ осоусы аппарат – квадрокоптер – килтереләсәк.

Коронавирус пандемияһы булһа ла, проекттың төп мәсьәләләре үҙгәрмәне, тип хәбәр итте күптән түгел ТАСС мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” программаһын финанслау 200 миллион һумдан ашасаҡ. Министр әйтеүенсә, был сумма техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға, урманарҙы тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
72 миллион һумдан ашыу аҡсаға урман янғындарын һүндереү буйынса тракторҙар, урман ултыртыу машиналары, урман культиваторҙары кеүек 23 берәмек техника һәм 50 берәмек ҡоролма һатып алынған.
Июль башында республиканың Урман янғындарын һүндереү үҙәгенә дүрт пилотһыҙ осоусы аппарат – квадрокоптер – килтереләсәк. Ә бер йыл элек өс квадрокоптер алынған. Ә улар урман һәм ундағы янғындар буйынса мониторниг өсөн кәрәк.
Марат Шәрәфетдинов былтыр урмандарҙы тергеҙеү буйынса күрһәткестәрҙең план буйынса 93 процент урынына 100,3 процент тәшкил итеүе хаҡында белдергән. Ә быйыл урмандарҙы тергеҙеү буйынса ҡуйылған мәсьәлә – 97,3 процент. Министр әйтеүенсә, ағымдағы йылда республикаға “Урмандарҙы һаҡлау” проекты буйынса күрһәткестәрҙе үтәмәү хәүефе янамай.
Фото: krasivye-mesta.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: