+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 16:34

Асҡындар ҙа һайлауҙа әүҙем

"Йәнтөйәк" район-ара гәзите журналистары Илһөйәр Махатова менән Алһыу Йосопова репортажы.

Яубүләк ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған 914-се Солтанай һайлау участкаһы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Бында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә иртәнән үк йәнлелек. Бирегә Ҡушкүл, Ҡаракүл, Солтанай ауылдары һайлаусылары килә.
Һайлау участкаһында был өлкәлә бай тәжрибә туплаған Реваль ағай Әхмәтйәнов рәйеслек итә. Ул бирелә 1968 йылда секретарь булып башлап, аҙаҡ рәйес итеп һайланып, оҙаҡ йылдар ошо яуаплы вазифаны башҡара. Уның урынбаҫары Радик Гәрәйхан улы Әхмәтшин, секретары Лилиә Мәзһәр ҡыҙы Сәмиғуллина, Венер Фәрит улы Әбдрәхимов, Илүсә Нәзир ҡыҙы Суфиянова һайлаусыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршылап, аңлатып, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.
Исемлек буйынса — 200 һайлаусы. Сәләмәтлеге буйынса килә алмағандарҙы, оло йәштәгеләрҙе һаҡланыу сараларын ҡулланып, өйҙәренә барып һайлаттыҡ. Ундайҙар 19 кеше булды. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-гә 172 кеше килеп үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Был 85 процентты тәшкил итә. Халыҡ әүҙем, аңлап ҡарайҙар. Был мөһим сараны үткәреүҙә ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Ирекмәнебеҙ Рәмилә Хәбибуллина тауыш биреүселәрҙең тән температураһын үлсәп, ҡулдарын спиртлы шыйыҡса менән йыуҙыртып, маска, бирсәткә, ручка биреп тора. Күҙәтеүсебеҙ Алһыу Йосопова ла ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре лә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Дөйөм алғанда, сара тыныс шарттарҙа үтә, — ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Реваль Ғәтиәт улы.
Илһөйәр Махатова.
Алһыу Йосопова фотолары.
Читайте нас: